Бындай кабинеттарҙың булыуы стоматологик ярҙам алыу кимәлен күтәрә, уҡыусыға уҡыуҙан айырылмайса тештәрен дауаларға мөмкинлек бирә. Әлеге стоматология кабинеттарында дауалау-профилактика эше бер тапҡыр санация үткәреү юлы менән ойошторолған. Планлы санация үткәреү һөҙөмтәһе буйынса ошо йылдың тәүге яртыһында 11 мең 47 уҡыусы ҡаралған, шуларҙың 6 мең 840-ы тештәрен дауалауға мохтаж.