-6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 10:28

Ағиҙелдә лә «Үҫеш нөктәһе» барлыҡҡа килде

Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбе нигеҙендә «Үҫеш нөктәһе» үҙәге эшләй башланы. Ул «Мәғариф» милли проектының «Хәҙерге заман мәктәбе» төбәк проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде.

Әлеге үҙәктә Эльвира Маркова етәкселегендә 6 педагог эшләйәсәк. Улар барыһы ла махсус уҡыу курсы үткән. Уҡыу һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек үтә торған кабинеттар ремонтланған һәм бер стилдә биҙәлгән. Проект эшмәкәрлеге, технология һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре бүлмәләре тулыһынса йыһазландырылған. Инде хәҙер уҡыусылар информатика һәм технология дәрестәрендә виртуаль ысынбарлыҡтың баш кейемен кейеп ҡарай, квадрокоптерҙы эшләтеп ебәрә йәки 3 D принтерҙан сығара ала. Дәрестәрҙән һуң медиазонаһы һәм шахматлы ҡунаҡ бүлмәһе булған коворкинг-үҙәккә килеү мөмкинлеге лә бар.


Читайте нас: