-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 10:36

Эшһеҙҙәр ҡасан кәмей башлар?

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Бөтә донъялағы кеүек, быйыл Рәсәй ҙә объектив иҡтисад ауырлыҡтарына юлыҡты, коронавирус эпидемияһы тотош йүнәлештәрҙе туҡтатырға мәжбүр итте, был иң тәүҙә, әлбиттә, сауҙа, хеҙмәттәр өлкәһе, унан һуң төҙөлөш, ҡайһы бер сәнәғәт производстволарына ҡағыла, – тип илебеҙҙең хәл-торошона байҡау яһаны ил етәксеһе.
Владимир Путин, предприятие, ойошмалар эштәрен тергеҙеүгә ҡарамаҫтан, һаман да эшһеҙлек юғары кимәлдә ҡалыуын билдәләп үтте. Шулай уҡ эшен юғалтҡандар өсөн ярҙам саралары күрһәтелеүен дә белдереп, мәшғүллекте икенсе йылдың аҙағына тиклем 2019 йыл кимәленә күтәрергә кәрәклеге хаҡында еткерҙе.



Читайте нас: