«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ойошторолған әлеге бәйгегә Волга буйы федераль округынан 6 мең 724 ғариза бирелгән. Ә ярымфиналға дистанцион теста яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 54 команда һайлап алынған. Педагогик дебаттар, методик конструктор, кейс-уйынды үҙ эсенә алған конкурс һынауҙары өс көн буйына дауам итәсәк.Ярымфиналда ҡатнашыусылар өсөн, һынауҙарҙан тыш, осрашыуҙар, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.