-3 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 17:52

Уҡыусыға дөрөҫ туҡланыу мөһим

"Тәмһеҙ", "туҡмасы һыуынып бөткән, ашағы килмәй", "ашханаға бармайым"... Был һүҙҙәр мәктәп йәшендәге балалары булған күп атай-әсәйҙәргә таныштыр. Социаль селтәрҙәрҙә Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе ашханаһында хәләл ит кенә ҡуллана башлауҙары тураһында уҡып, улар өсөн бик ҡыуандыҡ. Исламбай уҡыусылары ла бер нисә йыл инде хәләл ит кенә ашай икән. Ә ҡала балалары? Республика етәксеһе мәктәп ашханаларын республикала етештерелгән ит менән генә тәьмин итеү кәрәклеге тураһында күптән әйткәйне инде.

Нимә генә тимә, уҡыусыларға көн һайын мәктәп ашханаһында ҡайнар аш менән туҡланыу мөһим, был уларҙың сәләмәтлеге, зиһенен арттырыу өсөн дә кәрәк. Тик балалар мәктәп ашханаһы ризығын яратып ашаһын өсөн өлкәндәр тырышырға тейеш.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте уҡыусылар өсөн туҡланыу буйынса тәҡдимдәр яҙылған күрһәтмә сығарған. Унда балаларға шәкәрҙе көнөнә ике аш ҡалағы ғына, ә тоҙҙо бер сәй ҡалағы ҡулланырға кәңәш ителә.
Колбаса, консерваларҙан баш тартырға, кәнфит, печенье, кекс кеүек тәм-том урынына сәтләүек, емеш-еләкте күберәк ҡулланырға тәҡдим итәләр.
Шулай итеп, мәктәп ашханаларына талап арта. 17 сентябрҙән Дәүләт хеҙмәттәре порталында ла туҡланыу сифаты буйынса атай-әсәйҙәр йәмәғәтселеге менән фекер алышыу башланасаҡ.
Читайте нас: