– Хеҙмәттәштәрем Красноусол ауылын урап үткән юл буйындағы 600 метр оҙонлоҡта йәш шыршы үҫентеләре ултыртты. "Ағас ултырт – тормош бүләк ит!" ораны менән ойошторолған сараның маҡсаты – урамдарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын йәшелләндереү, төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инициативаһын хуплау ине. Уҡытыусыларҙың барыһы ла ихлас, дәртләнеп ҡатнашты матур сарала, – тип һөйләй интернат-гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.