Уҡыусыларҙың тештәрен дауалау бүлмәһе Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында ла эшләй башланы. Бында стоматология ярҙамы күрһәтеү стандарттарына яуап биргән хәҙерге заман ҡоролмаһы ҡуйылған. Әлеге кабинетта 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡаралыу үткән дә инде. Гимназистар тикшерелеп бөткәс, башҡа белем усаҡтарынан да балалар ҡараласаҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тәжрибәле табип-стоматолог Асия Нурисламова ҡабул итә.