Әлеге сара 29 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Бөтә теләүселәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡатнашырға саҡырыла. Акцияла ҡатнашыусылар еңелсә генә йүгерәсәк. Был физик әүҙемлек осраҡлы һайланмаған, сөнки ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн һәйбәт тәьҫир итә. Көн һайын йүгереү йөрәктең сыҙамлылығын арттыра. Акция Карл Маркс урамы, 2-се йорт адресы буйынса үтә. Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!