-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь 2020, 15:10

"Салауат Юлаев"та – башҡорт егете Шакир Мөхәмәҙуллин

17 йәшендә генә "Салауат Юлаев" хоккей командаһында үҙен күрһәтә алған башҡорт егете Шакир Мөхәмәҙуллин тураһында уның әсәһе Эльвира Марат ҡыҙы "Юлдаш" радио эфирында:– Беҙ сығышыбыҙ менән Баймаҡтан. Иң башта оло улыбыҙ Мостафа боҙға баҫты, уның артынан ҡустыһы ла хоккей менән ҡыҙыҡһына башланы,-тип белдерҙе.

Шакир 5 йәш ярымдан спорт секцияһына йөрөй башлаған икән." Атаһы менән икәүләп, алмаш-тилмәш, тигәндәй, йөрөттөк. Бер ваҡытта ла ризаһыҙлыҡ күрһәтмәне улыбыҙ. Уның характеры ныҡ, ышаныслы, үҙ һүҙе, фекере бар. Беҙ Шакирҙың теләктәренә ҡаршы булманыҡ, киреһенсә, гел хуплап торорға тырыштыҡ. Балаларға ышанырға һәм яратырға кәрәк," – ти әсәһе.
Читайте нас: