+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 14:59

Күп функциялы үҙәккә әйләнде

Дүртөйлө районы Әсән ауылында яңыртылғандан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Ундағы капиталь ремонт «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы алып барылды.

Инде хәҙер мәҙәниәт йорто ябай клуб түгел, күп функциялы үҙәккә әйләнде. Бында тамаша залы яңыртылды, бейеү, түңәрәктәр, балаларҙың уйын бүлмәләре, бәхәс клубы, тренажер бинаһы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ яңы быуын китапханаһы ла булдырылды: ҡулланыусылар һанландырылған ваҡытлы матбуғатҡа, фәнни һәм нәфис йөкмәткеле хәҙерге ватан мәғлүмәт ресурстарына мөрәжәғәт итә ала. Китап һаҡлау урыны юғары тиҙлектәге интернет һәм «Милли электрон китапхана»ға инеү нөктәһе менән йыһазландырылды. Үҙәктә хәҙер акустик система, электрон китаптар, планшеттар ҙа бар, ҡурсаҡ театры ла ойошторолдо.
Асыу тантанаһында Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына арналған ҙур сара үтте. Бай йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне: «Бабич һуҡмағы»н, «Бабич баҡсаһы»н асыу. Был урындарҙа шағир ваҡытын үткәрергә яратҡан, ижад иткән. Мәҙәниәт йортондағы байрам урындағы артистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре концерты менән тамамланды. Был сәхнәлә билдәле музыкант, эстрада йырсыһы Радик Динәхмәтовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән исем бирелде.
Читайте нас: