— Был байрам еңел булмаған көрәштә үҙенең ирекле, тыныс тормошҡа хоҡуғын яулаған Абхазия халҡының ҡыйыулығын һәм ныҡлығын күрһәтә, — ти дәүләт башлығы.
Рәсәй Президенты Рәсәй-Абхазия мөнәсәбәте союзлыҡ һәм стратегик партнёрлыҡ принциптары нигеҙендә үҫешә, тип билдәләп, алдағы көндәргә лә ныҡлы бәйләнешкә ышаныс белдерҙе.