Иң башта Рәсәй башлығы педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе.
– Бөтә осорҙа ла беҙҙең илдә уҡытыусыларға айырым ихтирам һәм хөрмәт менән ҡаранылар. Педагогтар, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре, йәмғиәт өсөн бик тә кәрәк булған башҡа һөнәр кешеләре хеҙмәтенең мөһимлеген, бөйөклөгөн еңел булмаған эпидемия осоронда тулыһынса баһаланыҡ, – тип белдерҙе ул.
Ил етәксеһе осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Мәҫәлән, Подольск округынан тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Юлия Шамшуринаның һорауы бик тә көнүҙәк ине. Ул уҡытыусы йәки уҡыусы ауырыған осраҡта йәки бөтә синыфты карантинға япҡан саҡта һәр ваҡыт ҡулланырлыҡ дистанцион уҡыу системаһын булдырыу мөмкинлеген һораны һәм ыңғай яуап алды.