-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
13 Октябрь 2020, 10:22

Йәлембәттә — яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты

Әбйәлил районы Йәлембәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырылды.

Әлеге фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә кәрәкле медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Инде хәҙер Йәлембәт ауылы халҡы уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ. Яңы медицина учреждениеһында йылы һәм яҡты, прививка, фельдшер кабинеттары, санитар бүлмә бар.
— Урындағы халыҡ бында планға индерелгән, кисектергеһеҙ медицина ярҙамын алыу, профилактик тикшереүҙәр һәм диспансеризация үтеү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ алыҫ аралыҡта ятҡан дарыуханаларға ғына бармай, ошонда ғына дарыу препараттарын да алып була, — тип билдәләне район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 397 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 127-еһе — балалар. Пациенттарҙы фельдшер Лилиә Хисаметдинова ҡабул итәсәк. Ул эшкә "Ауыл табибы" программаһы буйынса алынған.



Читайте нас: