Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан туған телдә бер нисә китап баҫтырылып сығарылған. Улар араһында башҡорт теленең ғәйнә диалекты һүҙлеге, шағир Наил Ғәбдүшевтең тап ошо һөйләштә яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, башҡорт телен республиканан ситтә уҡытҡан педагогтар өсөн методик әсбаптар, уҡыусылар өсөн башҡорт теленән эш дәфтәрҙәре бар. Ошо китаптар Пермь крайының Ҡуян һәм Башҡултай ауылдарына тапшырылды.