-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 09:45

Тәхеткә ултырырға тейешле принц Мөхәммәт бен Сәлмән Әл Сәғүд менән нимә хаҡында һөйләштеләр?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстанының Короллегендә тәхеткә ултырырға тейешле принц Мөхәммәт бен Сәлмән Әл Сәғүд менән телефондан һөйләште.

Һүҙ барышында "ОПЕК плюс" форматында булған килешеүҙәрҙең нисек ғәмәлгә ашырылыуы хаҡында фекер алыштылар. Был йүнәлештә тағы ла ике яҡтан да артабанғы үҙ-ара ярашыу әҙерлеге белдерелде. Шулай уҡ коронавирус инффекцияһына ҡаршы көрәш хаҡында ла һөйләштеләр, Рәсәй вакцинаһын Сәғүд Ғәрәбстанында ҡулланыу перспективалары ҡаралды.




Читайте нас: