– Сара «Интернациональ Владимир» проекты буйынса беҙҙең яратҡан балалар һәм йәштәр китапханаһында үтте. Алған тәьҫораттарға ҡарағанда, балаларға дәрес бик оҡшаған. Күн беләҙектәрҙе башҡорт биҙәктәре менән матурланылар: өсмөйөштәр күҙ тейеүҙән һаҡлай, һарыҡ мөгөҙө – байлыҡҡа һәм муллыҡҡа, тулҡындар – оҙон, сәләмәт тормошҡа. Шуға күрә беләҙектәр сағыу биҙәүестәр генә түгел, кешене һаҡлаусы ла булып тора, – ти Владимир өлкәһенең башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина.