Ноутбук ФАП-тарҙа фельдшерҙарҙың эш урынын район үҙәк дауаханалары менән бәйләнештә булыу маҡсатынан бирелә. Пациенттарҙың электрон медицина картаһын тултырырға, табипҡа дистанцион яҙылырға, телемедицина консультацияһын алырға, анализ һөҙөмтәһен белергә ярҙам итәсәк ул. Тимәк, фельдшерҙарҙың эше лә бөгөнгө замана техникаһына яраҡлаша башланы, тиһәк тә була.