+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 12:00

Президент инвестицион форумда сығыш яһаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй саҡыра!» инвестицион форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Был хаҡта Kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Был инвестицион форум 29-30 октябрҙә онлайн форматта үтте. Төп темаһы «Глобаль саҡырыуҙар, шәхси ҡарарға килеүҙәр» тип аталғайны.
– Быйыл форум ғәҙәти булмаған форматта – дистанцион рәүештә үтә. Шуға ҡарамаҫтан, был беҙгә мөһим иҡтисад темаларына асыҡтан-асыҡ, тура һөйләшергә, фекер алышырға ҡамасауламаҫ, тип ышанам.
Беҙ нисек эш итергә кәрәклеген асыҡ аңлайбыҙ, шуға дөйөм сикләүҙәр индерергә план ҡормайбыҙ, юғиһә, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ эше тулыһынса туҡтай.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты күтәреүгә лә айырым иғтибар бүләбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, бындай компаниялар өсөн страховка түләүҙәре 30-ҙан 15 процентҡа төшөрөлдө. Өҫтәүенә, быйылға ғына түгел, даими рәүештә шулай ҡалдырылды.
Быға тиклем әйткәйнем инде: ташламалы ипотека программаһы алдағы йылдың 1 июленә тиклем эшләйәсәк. Тағы ла ауыл ипотекаһын үҫтереү өсөн федераль ҡаҙнанан күпмелер аҡса ла өҫтәйәсәкбеҙ. Икенсе йылдан уны өс тапҡырға арттырасаҡбыҙ, – тип белдерҙе дәүләт башлығы.



Читайте нас: