— Граждандарҙың патриотлығы, берҙәмлеге, дөйөм әхлаҡ нормалары бөгөн дә беҙҙең йәмғиәтебеҙҙе, беҙҙең ҙур, күп милләтле илебеҙҙе берләштерә. Ундағы бөтә халыҡтар ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә кисергән, оло еңеүҙәр ҙә яулаған, бик ауыр һынауҙарҙы ла үткән, тарихи яҡтан тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәү мөһимлеген иҫбатлаған, — тип белдерҙе дәүләт башлығы.