Әбйәлил, Баймаҡ, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Учалы, Өфө райондары, Өфө, Межгорье һәм Салауат ҡалаларынан 16 балалар коллективы ҡатнашты. Бер нисә көн буйына жюри уларҙың режиссёрлыҡ һәм актёрлыҡ оҫталыҡтарын, матди-техник тәьмин ителешен, драматургия материалын һайлау кимәлен баһаланы. Шулай итеп, онлайн-фестивалдә Салауат ҡалаһынан «Арлекин» өлгөлө урыҫ театр-студияһы Гран-при яуланы. Режиссёры – Радик Ғәлиуллин.