Себастиан Курц ҡот осҡос хәл уңайынан халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашҡаны һәм ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе. Аралашыу барышында ике яҡтан да терроризм менән көрәш алып барыу хаҡында ла һөйләштеләр. Рәсәй-Австрияның көнүҙәк мәсьәләләре, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау, вакцинаны ҡулланыу темалары ла ҡаралды. Федераль канцлер энергетика өлкәһендә Рәсәйҙең Европа илдәре менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итеүенең мөһимлеген билдәләне.