Аралашыу барышында Таулы Ҡарабах конфликты зонаһындағы хәл-ваҡиға хаҡында фекер алыштылар. Рәсәй етәксеһе Әзербайжан, Армения лидерҙары менән телефондан һөйләшеүҙәр серияһы алып барыуы хаҡында ла хәбәр итте. Был бәйләнештәр хәрби хәрәкәттәрҙе тиҙерәк бөтөрөү варианттарын эҙләү һәм сәйәси-дипломатик яйға һалыуға йүнәлтелгән ине. Конфликтты тыныс юл менән хәл итеү маҡсатында ике яҡлы килешеп эш итеү әҙерлеге раҫланды.