Билдәле мәғлүмәттәр буйынса, 2020 йылда әлеге программа буйынса 1 миллиондан ашыу квадрат метр майҙансыҡтағы 380 биләмә төҙөкләндереләсәк. Вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев әйтеүенсә, эш барышында 186 балалар һәм 116 спорт майҙансыҡтары ҡуйылған, 450 мең квадрат метрҙан ашыу асфальт япмаһы һалынған, 14 меңдән ашыу парковка урындары булдырылған. Дөйөм алғанда, республика буйынса эштәрҙең 90 проценты башҡарылған: 183 ихата сафҡа индерелгән, 111-ендә ҡабул итеү комиссияларының иҫкәрмәләре төҙәтелә. Артта ҡалыусылар исемлегендә – Өфө ҡалаһы, Бөрө, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары.