«Һеҙ - был башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең тәүге уҡыусылары, башлап йөрөүселәр. Үҙ башҡорт телегеҙҙе өйрәнеүегеҙ маҡтауға лайыҡ. Һеҙҙең алда яңы юлдар асыла, уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә беҙ һеҙҙең исемдәрегеҙҙе ишетербеҙ һәм «Ул ғәйнә башҡорто» тип оло ғорурлыҡ менән әйтербеҙ. Яҡшы уҡығыҙ, арҙаҡлы яҡташтарығыҙ Туҡтамыш Ижбулатов һәм Исмәғил Тасимов кеүек шәхестәргә оҡшарға тырышығыҙ. Бөтә донъя башҡорттары һеҙ, балалар, башҡорт телен һаҡлар, үҫтерер тип ышана»,- тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Дәрестәр аҙна һайын, һәр шәмбе уҙғарыла. Ике төркөм ойошторолған: 3-4 кластар- башлап өйрәнеүселәр һәм 5-6 кластар — дауам итеүселәр. Башҡорт телен Тәтешле районы Үрге Тәтешлеләге 1-се мәктәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зилә Нуриханова, Лиза Фәтхуллина, Альбина Әүхәҙиева өйрәтә.
«Мәктәбебеҙ БР граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан уҙғарылған конкурста еңеү яуланы һәм был проект дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән республикабыҙ Башлығы Грантына тормошҡа ашырыла. Проектыбыҙ «Туған тел- халыҡтың күңеле» тип атала. Дәрестәргә балалар ҙур теләк менән йөрөй. Башҡорт алфавитын өйрәндек, башҡорт телендә йырҙар йырлайбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ»,-ти проект кураторы Альбина Әүхәҙиева.
БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева йәкшәмбе мәктәбенә башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырҙы.