2019 йылдан Ғафури районында ошондай 3 үҙәк эшләп килә. "Үҫеш нөктәләре"ндә балалар үҙ-үҙҙәрен үҫтерһен өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Улар яңы хәҙерге заман компьютерҙарында, 3 D-принтерҙарҙа эшләй, шахмат уйнарға өйрәнә, квадракоптер менән идара итә, робот техникаһы нигеҙҙәрен төшөнә. "Үҫеш нөктәһе"ндә киләсәк һөнәрҙәрен өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар!