17 ноябрҙә Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе. Был сарала 2019-2020 уҡыу йылында округтағы кадет корпустары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы директоры Александр Медведев ҡатнашты.
Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәһе буйынса Удмурт кадет корпусы беренсе урынға сыҡһа, икенсе урында – Башҡорт кадет корпусы, өсөнсө урында – Пермь президент кадет училищеһы.