Бразилия Президенты Жаир Болсонаро, Рәсәй Президенты Владимир Путин, Һиндостандың Премьер-министры Нарендра Моди, Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин, Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Сирил Рамафоза биш яҡлы хеҙмәттәшлек итеү хаҡында фекер алышты, әлеге йылға йомғаҡ яһаны, халыҡ-ара көн тәртибенең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡараны, 21-22 ноябрҙә уҙасаҡ "Егерме төркөмө" саммитының ҡарашын сағыштырҙы. Осрашыу барышында БРИКС илдәре лидерҙары берекмә эшмәкәрлеге йүнәлештәре буйынса эштәрҙе алып барғандарҙың сығыштарын да тыңланы.