-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 08:46

Ауырғазыла 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй

Ауырғазы районының Усман, Туҡай, Иҫке Ибрай ауылдарында моделле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.

Уларҙың һәр береһенең яҡынса хаҡы — 2 миллион 490 мең, медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыу 437 меңдән ашыуға төшкән. Әйтергә кәрәк, Усман фельдшер-акушерлык пункты Усман һәм Сәлих ауылдарынан 206 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шул иҫәптән 55 бала. Ә Бәләкәй Ибрай фельдшер-акушерлыҡ пункты Бәләкәй Ибрай, Иҫке Ибрай, Байыш, Берлек, Борисовка ауылдарынан 312 кешене ҡараясаҡ, шуларҙың 36-ыһы — балалар. Туҡай фельдшер-акушерлыҡ пункты Туҡай, Абдрахман, Әхмәт, Иҫке Ивановка ауылдарынан сирлеләрҙе ҡабул итәсәк. Бында 773 кеше теркәлгән, шуларҙың 74-е — балалар.
Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары хәҙерге заман талаптарына яуап бирә, бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Фельдшер һәм акушерҙың ҡабул итеү кабинеттары, ҡарау, процедура-прививка, хеҙмәткәрҙәр бүлмәләре, пациенттарҙың көтөү урыны ла бар.

Ауырғазы районында барлығы 41 фельдшер-акушерлык пункты эшләп килә. 2025 йылға тиклем "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса тағы ла 9 модулле фельдшер-акушерлык пункты ҡуйыу көтөлә.




Читайте нас: