-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 15:00

Йылғалар ҙа туңды, боҙ ҡаласығы ла төҙөлә башланы...

Тиҙҙән - Яңы йыл. Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү өсөн боҙ әҙерләү эштәре башланды. Мәҫәлән, Ленин районының торлаҡ хеҙмәттәре боҙҙо "Йылғасы" стадионы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан ала. Ул Затонда һәм Нижегородкала ҡаласыҡтар төҙөгәндә боҙ һындары өсөн ҡулланыла.

Башҡортостандың баш ҡалаһында өс дөйөм ҡала ("Ҡала Советы"нда, Конгресс-хол янында, Совет майҙанында) һәм 16 район "шыршыһы"н ҡуйыу күҙаллана. Бынан тыш, ихаталарҙа 45 боҙ ҡаласығы, 22 боҙ майҙансығы, 52 тау, 53 шыршы әҙерләнә, 45 хоккей ҡумтаһы була. Быйыл күберәк төҙөйәсәктәр. Сөнки пандемияға бәйле, ҙур майҙансыҡтарҙа халыҡ күп йыйылмаһын өсөн эшләнә, тип белдерҙе Өфө хакимиәте.
Фото Өфө хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: