Бында президент Рәсәй федераль йәҙрә үҙәге — эксперименталь физиканың Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү институтында булды, совет атом проекты авторҙарының береһе Юлий Харитон һәйкәленә сәскәләр һалды һәм "Росатом" дәүләт корпорацияһының һанлы продукттары менән танышты. Һуңынан үҙәк майҙансығында видеоконференция режимында кәңәшмә үткәргәс, Нижегород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин менән осрашты.