Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле был юлы матбуғат конференцияһы видеоконференция режимында ойошторола. Президент видеобәйләнешкә үҙенең Яңы Огарёволағы резиденцияһынан сығасаҡ. Ә федераль һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ғәҙәттәгесә, халыҡ-ара сауҙа үҙәге залында эшләйәсәк.