Дәүләт башлығы Рәсәйҙең иң ҙур нефтехимик комплексында — "ЗапСибНефтехим" комбинатында булды. Уның дөйөм ҡеүәте- йылына 2 миллион тонна полимерҙар, ул донъяла база полимерҙары етештереү буйынса тәүге бишәүҙәр иҫәбенә инә. Рәсәй Президенты үҙәк оператор комбинатын ҡараны, әҙер продукция өлгөләре менән дә танышты.