-6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 18:20

"Йәншишмә" эстафетаһы – Бишбүләктә!

Иртә менән һөйөнөслө хәбәр алдыҡ. Ҡалай маладистар Бишбүләк уҡытыусылары! "Эстафетаның беҙгә килеп еткәнен көтөп тормайым, үҙем дә Баймаҡ ҡыҙы булараҡ, гәзиткә яҙылып, артабан сылбырҙы дауам итеүселәргә тапшырам", – тип шылтыратты Ҡаныҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова.

Артабан эстафетаны дауам итеүсе ошо уҡ мәктәптән Дилара Миңнулла ҡыҙы Батраева Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Индус ҡыҙы Әхмәтоваға тапшырған. Үәт, шәп!
Бына шулай өлгөр һәм әүҙем ул беҙҙең уҡытыусылар! Кемдәр эйәрә бишбүләктәргә!
Артабан кем булыр икән?
Читайте нас: