Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, марафон нигеҙендә ғәҙәти булмаған мультимедия онлайн-тест ята. Ул уҡыусыларҙың белемен тикшермәй, мәҙәни донъяға алып инә. Был тест 40 һорауҙан тора, «Биҙәк һәм декор», «Музыка», «Бейеү», «Текст» тигән дүрт бүлеккә бүленгән.
2020 йылда марафондың темаһы – «Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте». Акцияны Рәсәйҙең мәҙәниәт, мәғариф министрлыҡтары, Яндекс «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» ведомство-ара проекты сиктәрендә ойоштора.