Күп функциялы ауыл клубының матди-техник базаһын нығытыуға һәм ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 22 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Бинаның йөҙө тулыһынса үҙгәргән: тышҡы яғы яңыртылған, тирә-яҡ биләмәһе төҙөкләндерелгән, эсендә косметик ремонт яһалған. Ауыл клубы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Инде хәҙер артистар һәр байрам сараһын ҡыҙыҡлы һәм сағыу итеп эшләй ала.
Асыу тантанаһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин һәм мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты. Улар бында йәшәүселәрҙе сәләмләп, күп функциялы клуб асылыу менән ҡотланы.