Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлектең яңы ҡағиҙәләре буйынса, Рәсәй халҡына хатта шәхси йорт биләмәһендә лә асыҡ утта аҙыҡ бешереү тыйыласаҡ. 2021 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә ингән документҡа ярашлы, сүп-сар яндырырға ла ярамаясаҡ.
– Тораҡ пункттарҙың дөйөм ҡулланыу ерҙәрендә, шулай уҡ шәхси йорт биләмәләрендә усаҡ яғыу, аҙыҡ бешереү өсөн асыҡ ут ҡулланыу тыйыла, – тиелә яңы ҡағиҙәләрҙә. Кәйефегеҙҙе төшөрөп ебәрмәгеҙ, махсус йыһазландырылған урын булһа, мөмкин икән.