— 1990 йылда булдырылған "Рәсәй радиоһы" үҙенең сафында ижади үрҙәрҙе яуларға әҙер булған абруйлы белгестәрҙе һәм маҡсатлы йәштәрҙе берләштерҙе. Иң яҡшы журналистика тәжрибәһен һәм мәғлүмәт эшендә яңы алымдарҙы ҡулланып, компания коллективы һәр ваҡыт заман менән бергә атларға тырышты, радиожурналистика абруйын юғары кимәлгә күтәрҙе. Был матур йолаларҙы лайыҡлы дауам итеүегеҙ, алдынғы технологияларҙы әүҙем үҙләштереүегеҙ, радио тыңлаусыларға киң даирәле программалар тәҡдим итеүегеҙ ҡыуандыра, — тиелә ҡотлау телеграммаһында.