-8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
15 Декабрь 2020, 07:00

Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса Дүртөйлө районы Ивачев ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Бында халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Был ауылда 180 йорт бар, барлығы 780-дән ашыу кеше йәшәй. Шуларҙың өстән бер өлөшөн балалар тәшкил итә.
– Барыһы ла яңы медицина пунктының асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә, бигерәк тә хаҡлы ялдағылар. Шкафтар, хәҙерге заман ҡоролмалары килтерелгән дә инде. Һыу менән тәьмин итеү, канализация үткәрелгән. Ҡабул итеү, процедура, ҡарау кабинеттары эшләйәсәк. Бында анализдар тапшырыу, прививкалар эшләтеү ҙә мөмкин буласаҡ, – ти фельдшер Регина Шамсуварова.
Алдағы йылда Дүртөйлө районында тағы ла ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы көтөлә.




Читайте нас: