Әлеге госпиталь мәктәбе филиалын булдырыу буйынса онлайн-конференция үткәрелде лә инде. Бында «УҡыйбыҙБеләбеҙ» проекты етәксеһе Сергей Шариков, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Назарова һәм башҡалар ҡатнашты. Яңы мәктәп кабинеттарын интерактив ҡоролмалар менән йыһазландырыуҙы «Samsung» компанияһы үҙ өҫтөнә алды. Ә медицина учреждениеһы биләмәһендәге биналарҙы йыһазландырыуҙы Денис Назаров хәстәрләйәсәк.