Һөйләшеү барышында сауҙа-иҡтисад һәм гуманитар өлкәләрҙә ике яҡлы килешеп эш итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алыштылар. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса хеҙмәттәшлек итеүгә айырым иғтибар бүленде, шул иҫәптән Палестинаға Рәсәйҙә етештерелгән вакцинаны ебәреү буйынса ла һөйләштеләр. Яҡын көнсығыш проблемаһын яйға һалыу ҙа ҡаралды. Лидерҙар етеп килгән Яңы йыл байрамы менән дә бер-береһен ҡотланы.