Премьер-министр урынбаҫарҙары икешәр хаттағы яңы йыл хыялын тормошҡа ашырасаҡ, ә министрҙар - берәүҙе. Хәйриә сараһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һәм республиканың ҡала һәм район башлыҡтары ҡатнаша. Башҡортостандың Теләктәр сайтына 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Был акция 28 февралгә тиклем дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 декабрҙә республикала акцияға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Ул "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан өс уйынсыҡ шарҙы алып, уларҙа яҙылған теләктәрҙе үтәргә вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ хөкүмәт вәкилдәре лә был акцияға ихлас ҡушылды.
Фото "Башинформ" сайтынан.