Сөнки унда тәүге йылы туҡталыш ҡуйылған. Павильон ябыҡ һәм йылытҡысы бар. Wi-Fi, USB-порттар, яҡтыртҡыс, видеокүҙәтеү һәм ашығыс ярҙам саҡыртыу төймәһе менән дә йыһазландырылған.
Тиҙҙән Өфөнөң “Башҡорт дәүләт аграр университеты”, "Минһажев урамы", "СССР-ҙың 50 йыллығы урамы", "Галле ҡалаһы исемендәге урам" туҡталыштары ла ошондай йылы һәм уңайлы буласаҡ.