Элгәре йыл аҙағында уйынсыҡтар һатып алып, һуңғы уйындан һуң көйәрмәндәр уларҙы боҙға ташлай, ә йыйылған аҡсалары ауырыу балаларҙы дауалауаға йүнәлтелә ине. Кисә, 28 декабрҙә, «Өфө-Арена» фойеһында һатыу нөктәләре ойошторолдо. Был юлы йомшаҡ уйынсыҡтар түгел, логотиплы битлектәр, хоккейсыларҙың фотоһы менән плакаттар һатылды.
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Стәрлетамаҡтан өс йәшлек Мирлан Кашаповҡа ярҙам итеү теләге менән 200 мең йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Унда йыйылған аҡса «Потерь Нет» тигән мәрхәмәтлек фондына күсерелде. Был акцияла бөтәһе лә ҡатнашты: көйәрмәндәр ҙә, хоккейсылар ҙа, хоккей клубының партнёрҙары ла, дуҫтары ла. Һөҙөмтәлә, 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды!