-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 10:20

Өфө районында 3 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Өфө районының Нөрлө, Ҡамышлы, Чернолес ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу тантаналары үтте.

Чернолестағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса барлыҡҡа килгән. Унда ҡарау, пациенттар өсөн бүлмәләр, ҡабул итеү, процедура, санитар, стерилизация, сисенеү урыны менән хеҙмәткәрҙәр кабинеттары бар. Сирлеләрҙе "Ауыл табибы" программаһы буйынса эшкә алынған Тимур Ғәлийәнов ҡабул итә.

— Өфө районында 25 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 13 табип амбулаторияһы һәм 3 участка дауаханаһы бар. Әлеге йылда 3 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 1 табип амбулаторияһы төҙөлдө. Алдағы йылда республика ҡаҙнаһы иҫәбенә тағы ла 4 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырылған, Зубовта яңы поликлиника төҙөү ҡарала. Быларҙан тыш, Нуғайҙа этап буйынса яңы поликлиниканы төҙөү дауам итә, — тип белдерҙе медицина учреждениеһы баш табибы Ринат Нагаев.
Нөрлөлә фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү республика грантына башҡарылған. Бында 2 мең 147 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Ә Ҡамышлыла 862 өлкән кеше һәм 227 бала медицина ярҙамы аласаҡ.
Өфө районы Октябрьский ауылында асыласаҡ табип амбулаторияһы милли проект буйынса сафҡа инә. Ул Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына ҡарай. Был медицина учреждениеһы тарафынан 120 мең кеше хеҙмәтләндерелә, шул иҫәптән 25 мең бала.


Читайте нас: