-8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 11:25

Башҡортса йөрөү көнөнән ситтә ҡалмағыҙ

Бөгөн, 1 ғинуарҙа, бөтә район-ҡалаларҙың үҙәк стадиондарында һәм асыҡ майҙансыҡтарында Башҡортса йөрөү көнө үтә. Ул "Демография" милли проектының "Спорт — йәшәү нормаһы" төбәк проектына ярашлы, уҙғарыла.

Әлеге сараның ойоштороусылары — йәштәр сәйәсәте һәм спорты министрлығы, муниципаль район һәм ҡалаларҙағы физик культура һәм спорт идаралыҡтары органдары. Башҡортса йөрөш көнө сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, скандинав йөрөшөн әүҙемләштереү маҡсатында үткәрелә. Ярыштарҙа һәр теләүсе ҡатнаша ала. Уларға 2021 метр арауыҡты үтергә тәҡдим ителә.
Читайте нас: