-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
2 Ғинуар 2021, 11:03

Фән менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусылар өсөн конкурс

Владимир Вернадский исемендәге тикшеренеү эштәре төбәк конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Унда ер, экология, биология, химия, математика һәм информатика, тыуған яҡты өйрәнеү, физика һәм инженер өлкәһе менән ҡыҙыҡһынған V–XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Ғилми эштәрҙе (10 биттән артмаһын) ойоштороу комитетына 25 ғинуарға тиклем ебәрергә кәрәк, шулай уҡ https://avroracenter.com/konkurs-yunosheskix-issledov.. сайтында ғариза ҡалдырырға ла онотмағыҙ.
Үткәреү ваҡыты:
Беренсе тур – эштәрҙе ситтән тороп 25 ғинуарға тиклем ҡабул итеү;
Икенсе тур – тәүге тур һөҙөмтәләре буйынса, 13 февралдә эштәрҙе стенд сессияһында күрһәтеү.
Секцияларҙың электрон адрестары:
Беренсе секция (Ер тураһында фән) – vernadsky.bash1@mail.ru
Икенсе секция (Экология) – vernadsky.bash2@mail.ru
Өсөнсө секция (Биология) – vernadsky.bash3@mail.ru
Дүртенсе секция (Химия) – vernadsky.bash4@mail.ru
Бишенсе секция (Математика и информатика) – vernadsky.bash5@mail.ru
Алтынсы секция (Тыуған яҡты өйрәнеү) – vernadsky.bash6@mail.ru
Етенсе секция (Физика и инженер тикшеренеүҙәр) – vernadsky.bash7@mail.ru
Һорауҙарығыҙ булһа, ойоштороу комитеты менән ошо электрон почта vernadsky.bash@rambler.ru йәки телефон буйынса 8(987)044-57-87 бәйләнешкә инергә мөмкин (төбәк координаторы – Гүзәл Фәхрислам ҡыҙы Вәлиева).
Читайте нас