Күләмле акция туҡланыу индустрияһы өлкәһендә белгестәрҙең абруйын күтәреү, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәләрен пропагандалау өсөн уҙғарыла. Уға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн #БлюдоНовогоднегоCтола яратҡан яңы йыл ризығы» тигән хэштег аҫтында үҙегеҙгә оҡшаған рецебығыҙҙы урынлаштырырға кәрәк.
Флешмобта популяр Өфө ресторандарының шеф-ашнаҡсылары ла ҡатнашасаҡ. Көн дауамында улар социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яратҡан аш-һыу рецептары менән видео уртаҡлаша. Сараны Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығының "Бәйләнештә", Класташтар, Instagram һәм Facebook аккаунттарында ла күҙәтергә мөмкин.