Йәш йырсыға маҡтаулы исемде республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
– Был- ҙур хөрмәт, – тип яҙа ҡыҙ социаль селтәрҙәрҙә һәм республика етәксеһенә оло рәхмәтен белдерә.
Яна Ғәббәсова — Нефтекама ҡыҙы. 17 йәшлек йәш артистка илдең төп йыр проектының йомғаҡлау этабына үткән берҙән-бер ҡыҙ булды. Проект еңеүсеһенең һүҙҙәренсә, «Тауыш» шоуынан һуң ул үҙенең йырҙарын ижад итеп, тыңлаусыларын ҡыуандырырға теләй.