Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары араһында ярыштар дүрт көн дауам итәсәк. Студенттар төрлө спорт төрҙәрендә сығыш яһаясаҡ: айкидо, тай боксы, самбо, кикбоксинг, бөтә стилдәге каратэ, билбау көрәше, тхэквон-до, ушу, мас-рестлинг. "Команданың һан составы - бер ауырлыҡ үлсәмендәге ике кешенән тора. Ҡатнашыусыларҙың йәше – 16 йәштән йәшерәк, 25 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш", – тип хәбәр итте ойоштороусылар.