-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 11:24

2022 йыл аҙағына тиклем тағы 9 «IT-куб» асыласаҡ

2022 йылдың аҙағына тиклем республикабыҙ район һәм ҡалаларында 9 «IT-куб» балалар һанлы белем биреү үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Улар Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Күмертау, Белорет ҡалаларында, шулай уҡ төньяҡ-көнсығыш төбәктә асыласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалабыҙҙың 162-се күп йүнәлешле полилингваль «Смарт» мәктәбендә 2020 йылда асылған үҙәктә булды. Бында «IT-куб» булдырыу өсөн 13 миллион 200 мең һум тотонолған, шуларҙың 12 миллион 900 меңе – федераль ҡаҙнанан.
«IT-куб» – уҡыусыларға өҫтәмә белем биреүҙең яңы форматы. Уның маҡсаты – көнүҙәк һәм талап ителгән белемдәрҙе, оҫталыҡтарҙы, мәғлүмәти һәм телекоммуникация технология өлкәһен тиҙләтеп үҙләштереү.
– Кубтағы кеүек, алты ҡыры бар, «IT-куб»та алты лаборатория эшләй. Бында беҙ программалауға, ҡушымталар эшләүгә, киберхәүефһеҙлеккә өйрәтәбеҙ. Йәғни, асылда, дәүләт киләсәге һәм беҙҙең республиканың киләсәген булдырабыҙ. Сөнки иҡтисадтың бөтә өлкәләре хәҙер туранан-тура кибертехнологиялар менән бәйләнгән бит, – тип белдерҙе республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Буласаҡ программистарҙы йыйыу дауам итә әле, бындағы лабораторияларҙа Өфө ҡалаһының бөтә мәктәптәренән дә уҡыусылар шөғөлләнә ала.
Радий Хәбиров Java и Pyton телдәрендә программалау, кибергигиена, системалы етәкселек итеү, виртуаль ысынбарлыҡ һәм мобиль ҡушымталар эшләү лабораторияларын ҡараны, уҡыусылар һәм педагогтар менән аралашты.
– Был- бик ҡыҙыҡлы проект, федераль конкурста еңеп, беҙ уны алыу мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Республикабыҙҙа өс полилингваль мәктәп инде, беҙҙең өсөн уларҙың нисек үҫеүе бик мөһим. Бындай учреждениелар һәр ваҡытта беҙҙең иғтибар үҙәгендә, сөнки улар Башҡортостандың киләсәк элитаһын тәрбиәләй, – тине республика Башлығы.
Радий Фәрит улы «Яркий» микрорайонындағы яңы 202-се полилингваль балалар баҡсаһында ла булды. Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ошо йылдың ғинуар уртаһынан эшләй, 180 урынға иҫәпләнгән. Уның мөдире әйтеүенсә, балалар уйын формаһында урыҫ, башҡорт, инглиз телдәре нигеҙҙәрен өйрәнә. Киләсәктә улар ошо биҫтәлә урынлашҡан 162-се күп йүнәлешле полилингваль «Смарт» мәктәбендә белем алыуҙарын дауам итә ала. Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең үҫеше өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған.
Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортстанда полилингваль учреждениелар селтәрен булдырыу киләсәктә лә дауам ителәсәк.
Читайте нас: